=====  "Wirds of Life", "Good News", "Gospl Songs" - Minor Languages Spoken in Kazakstan =====

Башлир(башқорт) тілі - Адасқан ұл.3gp

Nov. 10, 2022

Башлирский(башкортский) язык - "Блудный сын".3gp / Bashlir Language - " The Prodigal Son".3gp // “Ысын мөхәббәт 13 1Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған тәрилкәләр сыңы.  2Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел+.  3Бөтөн мөлкәтемде ярлыларға өләшеп, маҡтаныу өсөн тәнемде үлемгә тапшырһам да*, мөхәббәтем юҡ икән, миңә бынан бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.  4Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай.  5Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй, ярһымай, яуызлыҡ тотмай.  6Мөхәббәт ғәҙелһеҙлеккә һөйөнмәй, хәҡиҡәткә шатлана.  7Ул бөтөнөһөнә лә түҙә, бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә.  8Пәйғәмбәрлек итеүҙәр туҡтар, бүтән төрлө телдәр тыныр, белем юҡҡа сығыр, әммә мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ.  9Беҙҙең белемебеҙ ҙә, пәйғәмбәрлек итеүебеҙ ҙә өлөшләтә генә.  10Камиллыҡ килеү менән был өлөшләтә булған нәмәләр әһәмиәтен юғалтасаҡ.  11Мин бәләкәс сағымда балаларса һөйләнем, балаларса уйланым, балаларса фекер йөрөттөм, ә инде ир ҡорона ингәс, сабыйҙарса эшләүҙән туҡтаным+.  12Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге, серле һүрәттәге кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ.” “Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә иһә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулы беләсәкмен+.  13Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт – иң бөйөгө.

Listen Download
Podparadise.com neither hosts nor alters podcast files. All content © its respective owners.