=====  "Wirds of Life", "Good News", "Gospl Songs" - Minor Languages Spoken in Kazakstan =====

Башқұрт тілі - Марк Евангелие: 15: 1-23.mp4

Nov. 10, 2022

Bashkir Language - Gospel of Mark: 15: 1-23.mp4 / Башкирский язык - Евангелие от Марка: 15:1-23.mp4 // “Яхъя бәйән иткән Һөйөнөслө Хәбәр «Һүҙ Кеше булды» 1 1Иң элек Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған һәм Һүҙ Алла булған+.  2Һүҙ иң элек үк Алла менән булған.  3Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән+.  4Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләргә яҡтылыҡ булған+.  5Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡығанлыҡтан, ҡараңғылыҡ уны һүндерә алмаған.  6Алла тарафынан Яхъя исемле кеше ебәрелгәйне+.  7Ул, бөтәһе лә уның шаһитлыҡ ҡылыуы аша иманға килһендәр тип, Яҡтылыҡ тураһында һөйләргә килде+.  8Ул үҙе Яҡтылыҡ түгел ине, әммә Яҡтылыҡ тураһында шаһитлыҡ ҡылырға ебәрелде.  9Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде+.  10Ул донъяла бар ине, ләкин донъя, Уның аша яратылыуына ҡарамаҫтан, Уны таныманы.  11Ул Үҙ халҡына килде, әммә Үҙенекеләр Уны ҡабул итмәне+.  12Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе+.  13Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм кешенең теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы+.  14Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине+.  15Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип ҡысҡырып иғлан итте+.  16Уның мәрхәмәт байлығынан беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ.  17Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде+.  18Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Ата янындағы берҙән-бер Улы асып бирҙе+.”

Listen Download
Podparadise.com neither hosts nor alters podcast files. All content © its respective owners.